Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменән ҡултамғаны БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡуйҙы.
«Акрос БР » яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы техникаһының запас частарын һәм агрегаттарын етештереүсе, капиталь ремонт һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр башҡара. Уның төп хеҙмәттәренең ҡулланыусы булып республиканың аграрийҙары тора. Был предприятие республиканың ауыл хужалығы матди-техник ресурстар баҙарында 8 йылдан ашыу эшләй.
«СТАЛЕКОН» заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тауыштан һаҡлаусы экрандар әҙерләүсе предприятие булып тора. Ул Рәсәйҙең төбәктәрендә төрлө объекттар, әйтәйек Рәсәй тимер юлдары объекттары, федераль һәм төбәк автомобиль юлдары, шулай уҡ ҡорамалдарҙан шау-шыу кәметеү талап ителгән производство территориялары өсөн продукция етештерә. Завод 4 йылға яҡын уңышлы эшләп килә, илдең 16 төбәгенең баҙарын үҙ эсенә алған.