Башҡортостан менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ хакимиәте хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ҡул ҡуйыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Луганск һәм Донецк республикаларына эшлекле сәфәре сиктәрендә булды. Килешеү ҡәрҙәш халыҡҡа гуманитар, финанс, матди ярҙам мәсьәләләрен үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры Андрей Назаров һәм Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Ключ хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко ҡул ҡуйған килешеү сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең үҫеше, сәнәғәт етештереүе, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау, спорт өлкәләрендәге хеҙмәттәшлекте үҙ эсенә ала. Планда – берҙәм инвестиция һәм инновация проекттарын, туристик, шул иҫәптән мәғариф, фән, әҙәбиәт өлкәһе, сәнғәткә ярҙам итеү, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, конгрессия саралары үткәреү программаларын булдырыу ҡарала.
Бөгөн Башҡортостан Луганск менән үҙ-ара аҙыҡ-түлек тауарҙарын, төҙөлөшкә тәғәйенләнгән һәм ауыл хужалығы продукцияһын ташыуҙа бәйләнеште көйләй. Химия, машина эшләү, металлургия тармаҡтары буйынса төбәктәр үҙ-ара кооперация бәйләнештәрен булдырыу менән ҡыҙыҡһына.
Фото: Башинформ.