Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицын республика менән холдинг предприятиелары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара эш төркөмө ултырышын үткәрҙе.
Көн тәртибенә берлектәге проекттарҙы һәм инвестиция программаларын тормошҡа ашырыу, кадрҙар тәьминәте, транспорт инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ экологик башланғыстарға бәйле мәсьәләләр инде.
Ултырышта шулай уҡ Сибай – Һары тимер юлын һалыу, Подольск ятҡылығы запастарын эшкәртеү, ер аҫты руднигы төҙөү, үҙебеҙҙең Учалы тау сәнәғәте колледжында белгестәр әҙерләү буйынса пландар ҡаралды.
Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән берлектә 2030 йылға тиклем Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы төҙөлгән. Төп бурыс – Урал аръяғы иҡтисадына яңы этәргес биреү. Урал тау-металлургия компанияһына ингән предприятиеларға бында ҙур урын бирелә.
Ултырышта ҡатнашыусылар компанияның республикалағы предприятиеларын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре буйынса фекер алышты. Сарала Радий Хәбиров һәм Андрей Козицын төбәк Хөкүмәте менән Урал тау-металлургия компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә, шулай уҡ ходинг предприятиеларында республика етештереүселәренең продукцияһын файҙаланыуҙы арттырыу буйынса юл картаһына ҡул ҡуйҙы.
Фото: Башҡортостан башлығы сайтынан.