Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһының «Яһалма интеллект» федераль проекты сиктәрендә « Антикризис-ИИ » конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы.
Конкурс яһалма интеллект өлкәһендә үҙ ҡарарҙарын, продукттарын һәм хеҙмәттәрен эшләп бөтөрөргә йәки баҙарға яңы проекттар сығарырға ниәтләгән бәләкәй предприятиеларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бындай финанс ярҙам аппарат-программалары комплекстарын һатып алыуға, сервистарҙы файҙаланыуға һәм ҡуртымға алыуға, проектты ғәмәлгә ашырыуға йәлеп ителгән белгестәрҙең эшенә һәм башҡа ихтыяждарға түләүгә тотонолоуы мөмкин. «Һанлы» конкурсы техник етештереү берекмәһенә, идара итеү системаларына, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм мәғлүмәттәрҙе һаҡлау сараларына, робот техникаһы комплекстарына һәм уларҙың идара итеү системаларына, мәғлүмәт базалары менән идара итеү сараларына һәм башҡа йүнәлештәргә ярҙам итеү өсөн дә иғлан ителгән.