Форумды ойоштороусылар булып Росконгресс фонды һәм «Опора России» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай. Эшлекле программа сиктәрендә Рәсәйҙә бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам һәм уны үҫтереүҙең мөһим тармаҡтарын үҙ эсенә алған сессиялар үткәреләсәк.
Быйылғы Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы бөтөнләй яңы сәйәси-иҡтисади шарттарҙа үтәсәк. Форумда донъяла яңы тауар һатыу баҙарҙарын эҙләү өсөн яңы мөмкинлектәр асыласаҡ.
“Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең яңы стратегияһы: саҡырыуҙар, мөмкинлектәр, ҡарарҙар» пленар ултырышы бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәрҙе һәм үҫеш нөктәләрен, бәләкәй эшҡыуарлыҡ секторын яҡлау сараларын, етештереү һәм логистика сылбырҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшереү был форумының төп ваҡиғаһы буласаҡ. Форум сиктәрендә илдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләренә ҡоролған бизнесты яҡлау, мәғарифҡа бәйле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, сауҙаның һәм ҡулланыусылар кооперацияһының заманса стандарттары, яһалма интеллект, хәҙерге заман лидерҙары фекере, эске туризм, етештереү бизнесы, үҙмәшғүллекте үҫтереү һәм башҡа темаларҙы үҙ эсенә алған тиҫтәнән ашыу сессия үтәсәк.
Айырым сессиялар тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте үҫтереүҙең яңы йүнәлештәренә һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн ҡарарҙар ҡабул итеүгә арналасаҡ.
25-се Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы 15-нән 18-гә июнгә тиклеү үтәсәк.