Иҡтисад
14 Июня 2022, 11:36

65 миллиард һумға килешеү әҙерләнгән

Башҡортостан 15-18 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡул ҡуйыуға 65 миллиард һумлыҡ 31 килешеү әҙерләгән.

 Шулай уҡ, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансыҡтарында Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Пермь крайы һәм Удмуртия менән Евразия иҡтисади үҙәген булдырғанда үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында меморандум һәм башҡа килешеүҙәр төҙөргә ниәтләйҙәр. Башҡортостандың «Башҡортостан сода компанияһы» менән берлектәге стенды форумда иң ҙур төбәк майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Стенд бер нисә функциональ-тематик зонаны: инеү урынын, республика менән идара итеү үҙәгенең презентация зонаһын, һөйләшеүҙәр һәм интерактив тирмә зонаһын үҙ эсенә ала. Һөйләшеүҙәр зонаһы  Башҡортостанда  КумАПП базаһында етештерелгән күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолеты кабинаһы рәүешендә эшләнгән. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһын республика Башлығы Радий Хәбиров етәкләй.

    Быйыл Башҡортостан форум майҙансығында тәүгә «сармат алтыны» стилендә биҙәлгән башҡорт кухняһы рестораны буласаҡ. Ресторанда шулай уҡ, үҙенең кухняһын Өфөләге аш-һыу проектына нигеҙ һалыусы Марат Нәсхетдинов тәҡдим итәсәк.  Уның аш-һыуын дәүләт башлығы Владимир Путин да тәмләп ҡарарға вәғәҙә иткәйне.

Автор:Виль Ильгамов
Читайте нас