Был участкаларҙа кадастр сиктәре һәм ерҙәрҙе файҙаланыуҙың рөхсәт төрө билдәләнгән. Юл буйындағы сервисты үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн төбәктең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы алдына ошондай 500 ер участкаһын әҙерләү бурысы ҡуйылған, әлеге мәлдә министрлыҡ «Ер банкы»на 782 биләмәне индереү буйынса эш алып бара.
Ай башында республиканың Министрҙар Кабинеты юл яны сервисы объекттарын, шул иҫәптән модулле конструкцияларҙан төҙөү буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн тәьмин итеүгә субсидияларҙы раҫлағайны. Был маҡсатҡа саралар төбәк бюджетынан бүленәсәк. Уны, 5 миллион һумдан кәм булмаған проекттарҙы тормошҡа ашырыусы юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар алыу мөмкин. Субсидияның күләме 7 миллион һумға тиклем тәшкил итә ала, әммә планлаштырылған дөйөм сығымдарҙың 70 процентынан артырға тейеш түгел. Аҡса конкурс буйынса бүленә, уның төп ойоштороусыһы булып төбәктең Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сығыш яһай.
Субсидияны модулле конструкция һатып алыуға һәм ҡуйыуға, төҙөлөш материалдарын алыуға, төҙөлөш-монтаж эштәренә, мебель һәм ҡорамалдар һатып алыуға, шулай уҡ электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен үткәреүгә йүнәлтергә мөмкин.
Әйткәндәй, 2020 йылда республикала юл яны сервисын үҫтереү концепцияһын раҫланылар. Документҡа ярашлы, 2024 йылға Башҡортостанда федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге трассаларында 1000 яңы объект барлыҡҡа килергә тейеш.