Иҡтисад
17 Июня 2022, 05:07

Газ компрессор станциялары төҙөләсәк

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Газпром газ-мотор яғыулығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Денис Корниенко менән осрашты.

 Эш кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә автомобилдәр өсөн тәғәйенләнгән  газ тултырыу компрессор станцияларын төҙөү буйынса инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы арттырыу тураһында мәсьәләләр тикшерелде.

  “ Башҡортостан республикаһы газ заправкалау станциялары һаны буйынса илдә алдынғыларҙан һанала. Республикала улар  бөтәһе 41.  Шул  иҫәптән 16 шәхси инвесторҙар станцияһы, 9 «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенеке һәм 16 «Газпром газ-мотор яғыулығы» йәмғиәтенең  заправкалау станциялары эшләп килә. Беҙ яңы станциялар һанын күбәйтергә теләйбеҙ һәм «Газпром газ-мотор яғыулығы»на  Башҡортостанда улар һанын йыл һайын 5-кә тиклем арттырырға тәҡдим итәбеҙ”,- тине Андрей Назаров.

     Әйткәндәй, 2022 йылға  Башҡортостан республикаһы  бюджетында ошо йүнәлеште үҫтерергә теләгән компанияларҙы субсидиялау  өсөн 360 миллион һум ҡаралған, был 10 автомобилдәр өсөн газ компрессор станцияһы төҙөлөшөнә ярҙам итергә мөмкинлек бирергә тейеш.

    Йыл аҙағына тиклем «Газпром газ-мотор яғыулығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө районының  Жуков һәм Кириллов ауыл биләмәләре аша үтеүсе  М-5 «Урал» федераль автомобиль юлы буйында ике  газ заправкалау станцияһын төҙөп файҙаланыуға тапшырырға уйлай.  Хәҙерге ваҡытта ер участкалары рәсмиләштерелгән, төҙөлөшкә рөхсәт бар. Инвестицияларҙың дөйөм күләме яҡынса 418 миллион һум тәшкил итәсәк.

Автор:
Читайте нас