Иҡтисад
17 Июня 2022, 07:22

Ҡунаҡхана селтәре барлыҡҡа киләсәк

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Триа Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте килешеү төҙөнө.

Добавить в предпочтительные источники Google

Документҡа ярашлы Башҡортостанда инвестициялар күләме буйынса һәр береһе яҡынса  200 миллион һум тәшкил иткән 5 отелде үҙ эсенә алған ҡунаҡхана селтәре төҙөү ҡаралған.

     Килешеүгә  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм «Триа Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Константин Гусельников ҡул ҡуйған.

     “ Компания республика биләмәһендә  федераль автомобиль юлдары буйында берҙәм ҡунаҡхана селтәре булдырырға ниәтләй. Проект буйынса 100 эш урыны булдырыу күҙаллана”, - ти Рөстәм Моратов. Проект республикала  туристик өлкәне үҫтереү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында әҙерләнгән. Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу республикаға 1 миллиард һум күләмендә инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Автор:
Читайте нас