Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июнь , 08:20

Эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны арта

Башҡортостан Республикаһында бер йылда теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 3,6 меңгә артҡан һәм 130,5 мең берәмек тәшкил иткән, был уҙған йылдың июне менән сағыштырғанда 2,8% юғарыраҡ. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны  арта
Эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны арта

Һуңғы айҙарҙа  эшҡыуарлыҡ әүҙемлегенең үҫеше кисерә. Был бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары артыуы арҡаһында өлгәшелә. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында дәүләттән ташламалар, гранттар, субсидиялар һәм башҡа программалар ярҙамында финанс сығымдарҙы ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирелә.

      Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артыуы менән бер үк ваҡытта профессиональ килемгә һалым түләүселәрҙең артыуы ла билдәләнә.

2022 йылдың 31 майына ҡарата  96,6 мең кеше үҙмәшғүл булған, был уҙған йылдағы ошо осорҙағы күрһәткестән 25,3 процентҡа юғарыраҡ. Республика бюджетына 5 айҙа һалым керемдәре 6,8 миллиард һум тәшкил иткән, был былтырғыға ҡарағанда 18,4 процентҡа күберәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас в