+8 °С
Ясно
30 июндә Рәсәйҙә 100 һумлыҡ яңы аҡса әйләнешкә индерелде. Уның дизайны яңы, 200 һумлыҡ купюра кеүек көсәйтелгән һаҡлағыс комплексы бар.
Бер яғында — Мәскәү Кремленең Спас башняһы, икенсе яғында Совет Һалдатына ҡуйылған Ржев мемориалы төшөрөлгән.
Банкнота зәйтүн-ҡыҙғылт һары төҫтә, махсус QR-коды ла бар, уның аша Рәсәй банкының сайтына инергә мөмкин.
Фото: ”Башинформ”