+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Июль 2022, 09:35

Сәнәғәт буйынса республика алдынғы

Башҡортостан беренсе урын алды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сәнәғәт буйынса республика алдынғы
Сәнәғәт буйынса республика алдынғы

 Екатеринбургта уҙған «Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе барышында Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтары иғлан ителде.

Башҡортостан 93,6 балл менән Мәскәүҙе һәм Мәскәү өлкәһен уҙып китеп, беренсе урынды алды.

Республика автомобиль бензины, кальцийлы һәм аш содаһы, табаҡлы быяла, автомобиль тағылмалары һәм ярымтағылмалар, шулай уҡ башҡа продукция сығарыу буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй.

Башҡортостандың сәнәғәт етештереүе индексы 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 107,5% тәшкил итһә, 2022 йылдың ғинуар-майында 106,2 % булған, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 3,4%  юғарыраҡ (ғинуар-май айҙарында Рәсәйҙә – 102,8%).

Сәнәғәт производствоһының барлыҡ дүрт секторында ла ыңғай динамика күҙәтелә: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу – 119,3%, эшкәртеү производстволары – 105,0%, энергетика – 101,1%, һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, ҡалдыҡтарҙы йыйып юҡ итеү – 102,7%.

Иҡтисади эшмәкәрлектең 29 сәнәғәт төрөнөң 20-һендә етештереү күләме артҡан: электр ҡорамалдары (2,6 тапҡырға), дарыуҙар һәм медицина маҡсатында ҡулланылған материалдар (151,7%), мебель етештереү(156,5 %).

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: