Иҡтисад
7 Июля 2022, 07:13

Республикала Минск автомобиль заводы эш башлай

Башҡортостанда Минск автомобиль заводы махсус йөк техникаһын етештереүҙе башлауҙы  планлаштыра. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был хаҡта һөйләшеүҙәр «Иннопром-2022» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә үтте. Цехтар республиканың сәнәғәт технопарктарының береһендә йәки преференциаль зона биләмәһендә - мәҫәлән, Туймазының «Мастер» промтехнопаркында йәки «ПромҮҙәк» индустриаль паркында асылыуы мөмкин. «Әлеге проектты тормошҡа  ашырыу  ике этапта үткәреү күҙ уңында тотола. Беренсеһе - Башҡортостан предприятиеларыныү МАЗ автомобиле шоссийын  һатып һәм уға махсус көйләмәләрҙе ҡулайлаштырып ҡуйыу. Икенсе этап - МАЗ автомобиле шассийын етештереүҙе ойоштороу, артабан шассийҙы һәм комплектланған йөк машиналарын һатыуҙы юлға һалыу. Белорусия республикаһы партнерҙары йылына 1000-гә тиклем йөк автомобиле етештереү менән берлектәге предприятие төҙөү мөмкинлеген ҡарарға әҙер», - тип белдерҙе  Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, буласаҡ предприятие мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителәсәк, шулай уҡ килемгә һалымдың түбән ставкаһына, ҡуртым буйынса льготаларға иҫәп тота ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас