Иҡтисад
13 Июля 2022, 09:47

Башҡортостан инвестиция йәлеп итеүсәнлеген һаҡлай

Сит илдәрҙең Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүе,  төбәк етәкселәре өсөн дә халыҡ-ара иҡтисади эшмәкәрлеге өлкәһендә яңы талаптар ҡуя.

     Әйтәйек, Башҡортостан халыҡ-ара форумдар үткәреү форматын да, инвестиция йәлеп итеүсәнлеген дә һаҡлап килә. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәйҙә үҙ эшен дауам итергә теләгән Европа бизнесы менән бәйләнештәр булдырыу өсөн «Өфө диалогы» майҙансығы көнүҙәк булып тора. Республикала  «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйын үткәреү йолаға әйләнде, һуңғы арала Үзбәкстан, Төркиә, Иран илдәре, Беларусь республикаһы менән яңы эшлекле бәйләнештәр булдырылды, һөйләшеүҙәр утте.

      Әлеге мәлдә, шартлы рәүештә сит ил партнерҙары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу кимәле һәм сифаты буйынса Рәсәй төбәктәрен өс төркөмгә бүлергә мөмкин.

Беренсе төркөмгә, әүҙем халыҡ-ара хеҙмәттәшлек алып барған төбәктәр (Мәскәү, Ленинград, Башҡортостан, Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләре һәм башҡалар) инә. Бында  башлыса иҡтисади яҡтан ҡеүәтле, сит ил партнерҙары менән электән мөнәсәбәттәр булдырылған төбәктәр күпселекте тәшкил итә.  Улар алып барған сәйәсәт инвесторҙарҙы әүҙем йәлеп итеүгә, шулай уҡ булған бәйләнештәрҙе һаҡлау һәм геосәйәси конфронтация шарттарында үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалыу буйынса әүҙем эшкә йүнәлтелгән.

       Икенсе төркөм,  ҡеүәтле иҡтисади потенциалы булған төбәктәрҙең бер өлөшө тышҡы бәйләнештәр өлкәһендә (Һамар өлкәһе, Краснодар крайы) һиҙелерлек әүҙемлек күрһәтмәй.

      Өсөнсө төркөм, халыҡ-ара үҙ-ара килешеп эш итеүҙең уртаса кимәленә эйә төбәктәр. Уға һуңғы ярты йылда сит ил бизнесы һәм дәүләт структуралары менән ҡайһы бер проекттарҙы тормошҡа ашырған, әммә был осраҡта ваҡытынан алда ныҡлы халыҡ-ара бәйләнештәр булдырыу тураһында һөйләгән төбәктәр инә (Брянск өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы, Мордовия һәм башҡалар).

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас