Иҡтисад
21 Июля 2022, 03:30

Мораҙым тарлауығында яңы туристик проекттар өсөн участкалар бүленә

Башҡортостандағы үҙенең  мәмерйәләре менән дан алған тарлауыҡ инвестициялар йәлеп итер өсөн уңайлы урын һанала.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әлеге ваҡытта  Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында туристик инвестиция проекттары өсөн ете ер участкаһы бүленгән.  Участкалар Мораҙым ауылы янында, билдәле мәмерйәләр урынлашҡан тарлауыҡҡа ингән урында урынлашҡан. Участкаларҙың майҙаны 1 гектарҙан 8 гектарға тиклем тәшкил итә, электрға тоташыу мөмкинлеге бар. Эргәлә генә ҡунаҡ йорттары, отеле һәм банкет залы булған «Урман әкиәте» туристик комплексы урынлашҡан.

      Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов һүҙҙәренсә, туристар араһында Мораҙым тарлауығының популярлығы арта һәм ошо урындың инфраструктураһына капитал һалыуҙар ҡапланырға тейеш.

      Урал туризм ассоциацияһы президенты Михаил Мальцев һөйләүенсә, Башҡортостандың уникаль тәбиғәт объекттары ысынлап та капитал һалыуҙың яҡшы ысулы булыуын иҫбатлай. «Дөйөм алғанда, электр энергияһының үтеүе, һыу һәм юлдарҙың  булыуы капитал һалыуҙар өсөн старт булып тора. Федераль инвестициялар йәлеп итергә мөмкин, шул иҫәптән Ростуризм линияһы буйынса. Был ведомство һуҡмаҡтарҙы, биләмәләрҙе, туҡталҡаларҙы йыһазландырыуға ҙур теләк менән гранттар бүлә. Был мөһим һәм перспективалы. Башҡортостан үҙенең ғәжәйеп  матур тәбиғәте менән күрше Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре туристарын  йәлеп итеп тора», - тине Мальцев.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас