Иҡтисад
22 Июля 2022, 03:35

Башҡорт балы – сит илдәрҙә

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы һатылған өс магазин асылған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

AL AGRO LLC компанияһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә башҡорт балы һатылған өс ATLAS HONEY магазинын асҡан, ошондай тағы ике сауҙа нөктәһе асылыуы көтөлә.

 Компанияның проекты маҡсаты — Рәсәйҙән Яҡын Көнсығыш илдәренә экологик яҡтан таҙа һәм органик продукция оҙатыу эшен яйға һалыу. 2030 йылға Яҡын Көнсығышта бер мең магазин асыу күҙ уңында тотола.

Был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға  шаҡтай өлөш индерә.

Фото: “Башинформ”

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас