Иҡтисад
22 Июля 2022, 03:39

Башҡортостан менән Иран араһында сауҙа бәйләнеше нығый

Башҡортостандан рәсми делегация октябрҙә Иран Ислам Республикаһына барасаҡ. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Башҡортостандан рәсми делегация октябрҙә Иран Ислам Республикаһына барасаҡ.

Иран Башҡортостандың 10-топ контрагент илдәренә инә. Тауар әйләнеше 2020 йыл менән сағыштырғанда 6,7 тапҡырға артыуына ҡарамаҫтан, был илгә оҙатылған тауар номенклатураһын киңәйтергә йыйыналар.

 Әлеге ваҡытта Иранға министрлыҡ хеҙмәткәрен ебәреү мәсьәләһе хәл ителә. Ул Рәсәйҙең Ирандағы Сауҙа вәкиллеге эргәһендә эшләйәсәк һәм ике республика араһындағы кооперация бәйләнешен көйләргә ярҙам итәсәк тип көтөлә.

 – Иран Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яғында. Иран менән үҙ-ара бәйләнештәр буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан иң әүҙеме. Төрлө кимәлдәге бер нисә осрашыуҙар булды ла инде, атап әйткәндә, Иран Ислам Республикаһының Фән һәм технологиялар буйынса вице-президенты Сорен Саттари, ике ил компаниялары менән. Беҙҙең хеҙмәттәшлек йылдам үҫешә. Буласаҡ эш сәфәре Башҡортостандың да, Ирандың да предприятиеларына файҙалы булыр, тип ышанам. Шулай уҡ берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итер, – тине Ирандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалали Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне.

 Башҡортостандың был халыҡ-ара эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: svetput.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас