Субсидиялар конкурс нигеҙендә төп производство сараларын һатып алыуға, ҡайтанан ҡоралландырыуға һәм модернизациялауға, ер участкалары һатып алыуға, проект-смета документацияһын әҙерләүгә, етештереүҙе автоматлаштырыуға бирелә. Сит ил валютаһын һатып алыуға, һалым һәм йыйымдарҙы түләүгә, кредиттарҙы һәм микрозаймдарҙы ҡаплауға бирелгән аҡсаны тотоноу тыйыла.
Субсидия алыуға заявка биргән ойошмаларҙың штраф, пеня, һалым буйынса түләү бурыстары суммаһы 300 мең һумдан артмаҫҡа, предприятие намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр реестрында булмаҫҡа, сит ил юридик берәмеге булмауы һәм республика бюджетынан субсидия средстволарын алыусы түгеллеге шарт. Ғариза биреүсе бизнес-планын һәм проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн сығымдар сметаһын күрһәтергә тейеш. Еңеүселәр конкурс комиссияһы тарафынан баһалау критерийҙарына ярашлы балдар суммаһы буйынса билдәләнә.