Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Август , 15:40

Өҫтөнлөклө предприятиелар һаны артҡан

Башҡортостандың алты агросәнәғәт предприятиеһы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән. Проекттың дөйөм күләме 2,9 миллиард һум тәшкил итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өҫтөнлөклө предприятиелар һаны артҡан
Өҫтөнлөклө предприятиелар һаны артҡан

Башҡортостандың алты агросәнәғәт предприятиеһы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән. Проекттың дөйөм күләме 2,9 миллиард һум тәшкил итә.

Шуныһы мөһим: ауыл хужалығы өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу республикала 1,6 мең яңы эш урыны булдырыуға мөмкинлек бирәсәк.

 – Башҡортостанда аграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары, сөнки төбәктә ауыл хужалығы эшмәкәрлеген алып барыу өсөн уңайлы шарттар һәм тотороҡло инвестиция мөхите булдырылған, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бөгөн Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 190 миллиард һумға яҡынса 118 өҫтөнлөклө инвестиция проекты иҫәпләнә, шуларҙың 65-е 119 миллиард һумға, инвесторҙар тормошҡа ашырырға тотонған да инде. Сығымдар продукция эшкәртеү буйынса ике проектҡа, атап әйткәндә,  береһе – үҫемлекселеккә, өс проект малсылыҡ өлкәһенә иҫәпләнгән. Республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. Дәүләт ярҙамының ҙур исемлеге тоҡомло малсылыҡ үрсетеүгә, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға, һалымдарҙа ташламалар яһауға йүнәлтелгән.  

Былар "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын бойомға ашырыуҙа булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в