Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Август , 09:25

Юлдар төҙөкләндерелә

“Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл, планлаштырылған күләмдең 40 проценты үтәлгән дә инде. Төҙөлөш миҙгеленең аҙағына дөйөм оҙонлоғо 349 километрлыҡ 197 төбәк һәм муниципаль-ара юлды ремонтларға ниәтләйбеҙ,”–  тип яҙып сыҡты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә

“Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл, планлаштырылған күләмдең 40 проценты үтәлгән дә инде. Төҙөлөш миҙгеленең аҙағына дөйөм оҙонлоғо 349 километрлыҡ 197 төбәк һәм муниципаль-ара юлды ремонтларға ниәтләйбеҙ,  –  тип яҙып сыҡты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Бурыс ҙур – 2027 йыл аҙағына республикалағы юлдың 85 процентын норматив хәлгә еткереү. Бының өсөн беҙгә тағы ла 985 километр юлды – 2022 – 2024 йылдарға территориаль заказға һалынған 450 километрҙан тыш – төҙөкләндерергә кәрәк”

Радий Хәбиров “муниципаль һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар – айырым мәсьәлә. Улар йыш ҡына республика һәм федераль әһәмиәттәге юлдарға ҡарағанда ла насарыраҡ. Халыҡ ауыл һәм ҡала юлдарына, айырыуса ауылдар араһындағы юлға күп зарлана.Урындарҙа ремонт эштәренә йыш ҡына аҡса етмәй, һәм беҙ муниципалитеттарға урындағы юлдарҙы тәртипкә килтереүгә өҫтәмә рәүештә бишәр миллион һум бүлергә ҡарар иттек”, – тип яҙа.

Быйыл Дауыт ауылының Үҙәк һәм өлөшләтә Мәктәп урамдарындағы юлдарҙы төҙөкләндерелеү эштәре башҡарылды, был урамдар юлдарына таш түшәлде һәм тигеҙләнде.

Юлдарҙы тәртипкә килтереү "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектын үтәүҙә лә ҙур аҙым.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в