“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә “Тиҙ экспорт ярҙам” бригадаһы райондың “Цемикс”, “РЕСА” Сауҙа йорто һәм “Әбйәлил урманы” предприятиеларында булды. Бригада составында Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры урынбаҫары Лена Изотова, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Халилов, Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфөләге вәкиллеге етәксеһе Ренат Маняпов, Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов ҡатнашты.
–Башҡортостанда “Тиҙ экспорт ярҙам” проектын 2021 йыл башынан бойомға ашырыла. Йыл башынан эксперт мобиль бригадаһы унынсы районға сыҡты. Бындай ярҙам компанияларҙың экспорт потенциалын һөҙөмтәле асыҡларға, уны көсәйтеү механизмдарын тәҡдим итергә мөмкинлек бирә. Бөгөнгә был проект ярҙамында 200-ҙән ашыу компанияһына консультация ярҙамы күрһәтелгән, – ти Башҡортостандың эске иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлек министры Маргарита Болычева.
“Тиҙ экспорт ярҙам” бригадаһы “Цемикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Был предприятие аҡ цемент етештерә. Компания етәкселеге экспортты дөйөм етештерелгән күләмдең 20 процентына тиклем еткерергә план билдәләгән. Әммә продукцияны сит илдәргә транспортлауға сығымдар артыу сәбәпле ҡыйынлыҡтар тыуған. Ул продукция хаҡының 35 процентына тиклем барып еткән.
Предприятиеға “Тиҙ экспорт ярҙам” бригадаһы Рәсәй экспорт үҙәге һәм Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы яғынан күрһәтелеүсе ярҙам сараларын тәҡдим итте.
Предприятиены продукцияны транспортлауҙа сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау, шулай уҡ Рәсәй экспорт үҙәгенән консультациялар алыу, сертификациялау, сығымдарҙы компенсациялау, түләүе кисектереүҙе страховкалау, транспорт субсидияһы, ташламалы кредит биреү, вебинарҙарҙа, халыҡ-ара күргәҙмәдәрҙә ҡаинашыу ҡыҙыҡһындырҙы.
Иген продукцияһы етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән “РЕСА” Сауҙа йортоноң экспортлауҙы йылына 30 мең тоннанан 60000 тоннаға еткереү мөмкинлектәре билдәләнде. Был компанияны ла экспортҡа ярҙам үҙәгенең төбәк бүлексәһе хеҙмәте ҡыҙыҡһындырҙы, айырыуса Төркиәгә бизнес-миссияла ҡатнашыу, халыҡ-ара күргәҙәмәләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге, экспорт контрактын әҙерләү экспертизаһы, шулай уҡ материалдарын сит телдәргә тәржемә яһау мәсьәләләрендә һорауҙар күп булды.
Ағас материалдары һәм күмер етештереү менән шөғөлләнгән “Әбйәлил урманы” элек үҙенең продукцияһын сит илдәргә лә оҙатҡан, әммә хәҙер тик эске баҙарға эшләй. “Тиҙ экспорт ярҙам” бригадаһы был предприятиеның тауарын Ҡаҙағстанда һатып алыусыларҙы эҙләүҙә булышлыҡ итсәк.
“Тиҙ экспорт ярҙам” белгестәренән ярҙам кәрәк булһа, республиканың экспортҡа ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тел: 7-347--68-16, электрон почтаның адресы:exportcenter@bashkortostan.ru.