+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Август 2022, 08:00

Башҡортостан Сербияға 20 тонна бал һатҡан

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының тышҡы баҙарға экспортҡа тәғәйенләнгән тауарын ташыуға финанс ярҙам” хеҙмәтен күрһәтә башланы. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Башҡортостан Сербияға 20 тонна бал һатҡан
Башҡортостан Сербияға 20 тонна бал һатҡан

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының тышҡы баҙарға экспортҡа тәғәйенләнгән тауарын ташыуға финанс ярҙам” хеҙмәтен күрһәтә башланы.

 “МЕДОВЗ” компанияһының Сербияға 20 тонна балды сығарыуға киткән сығымының 80 процентын ҡайтарғандар.

Үҙәк Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә ташыуға киткән сығымдарҙың 80 процентын ҡаплай.

Яңы хеҙмәт тауарҙы ташыуға булышлыҡ итеү һәм ғәмәлгә ашырыуҙы ойоштороуҙы, тейәү һәм бушатыу, тауарҙы сорттарға айырыу, туплау, берләштереү, маркировкалау, төрөү кеүек мәшәҡәттәрҙе үҙ эсенә ала.

Был ярҙам менән файҙаланыу өсөн республика биләмәһендә теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттың яуаплылығын тәьмин иткән экспорт контрактының булыуы мөһим. Шулай уҡ ойошма федераль йәки республика бюджетынан тауар ташыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау буйынса ярҙам менән файҙаланмаған булырға тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Экспортҡа ярҙам үҙәге белгестәре аша алырға мөмкин: телефон – +7 347 246 89 28, электрон почта –  [email protected].

Экспортсыларға ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: