+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август 2022, 07:20

“Бурсервис” ҡеүәтте лә, табышты ла арттыра

Лизинг ярҙамы импортты алмаштырыу йәһәтенән киң мөмкинлек аса. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Бурсервис” ҡеүәтте лә, табышты ла арттыра
“Бурсервис” ҡеүәтте лә, табышты ла арттыра

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл апрелдә Башҡортостан республиканың Төбәк лизинг компанияһы менән Өфө ҡалаһындағы “Бурсервис” заводы нефть-газ ҡорамалдары етештереү, шул иҫәптән импортты алмаштырыу өсөн ике биш күсәрле эшкәртеү үҙәге һатып алыуға лизинг килешеүе төҙөгәйне. Әле станоктар файҙаланыуға тапшырылған, завод етештереү ҡеүәтенең һәм керемдең 16,7 процентҡа артыуын көтә. Лизинг ярҙамы Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

– Лизинг ярҙамы, тәү сиратта, республиканың етештереү предприятиеларына импортты алмаштырыу өсөн киң мөмкинлек асыуға йүнәлтелә. Мәҫәлән, “Бурсервис” заводы өсөн ҡорамалдар Рәсәй предприятиеһынан һатып алына һәм сифат йәһәтенән юғары үҙенсәлектәргә эйә, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әйткәндәй, Башҡортостанда лизинг биреү шарттары тулыһынса һаҡлап ҡалынды. Көрсөккә ҡаршы ярҙам сиктәрендә Төбәк лизинг компанияһы “Тотороҡло үҫеш” продукты буйынса ла параметрҙарҙы яҡшыртты.

“Бурсервис” заводы – Рәсәйҙә алдынғы фәнни-конструкторлыҡ бюроһына, ҡеүәтле етештереү комплексына, заманса станоктар паркына эйә булған нефть һәм газ скважиналарын быраулау, капиталь ремонтлау өсөн ҡорамалдар һәм ҡулайламалар етештереүселәрҙең береһе. Уның техник-технологик ҡеүәте бер үк ваҡытта 70 скважинала хеҙмәт күрһәтергә мөмкинлек бирә.

“Башҡортостан” гәзитенән.

Автор:
Читайте нас: