+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август 2022, 07:30

Кешбэк программаһы буйынса юлламалар һатыла башлай

Рәсәйҙә ял иткән өсөн 20%  кешбэк программаһы буйынса юллама һатыуҙың яңы этабы 25 августа башлана. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Кешбэк программаһы буйынса юлламалар һатыла башлай
Кешбэк программаһы буйынса юлламалар һатыла башлай

 

Рәсәйҙә ял иткән өсөн 20%  кешбэк программаһы буйынса юллама һатыуҙың яңы этабы 25 августа башлана.  Кешбэк 2022 йылдың 1 октябренән 25 декабренә тиклем сәйәхәткә сығыуға ҡағыла. Программала Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре ҡатнаша. Бөтәһе 600 мең самаһы кеше әлеге мөмкинлектән файҙаланыр тип көтөлә.

Круиздарға кешбэк 1 сентябрҙән башлана һәм навигация тамамланғансы дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан туристик кешбэк программаһы сиктәрендә һатыу буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Бынан алда республика етәксеһе Радий Хәбиров республиканы туристик «магнит»ҡа әүерелдереү бурысын ҡуйғайны. Әйтәйек, тиҙҙән хаҡы 200 миллион һумлыҡ 5 отелдән торған ҡунаҡхана селтәре төҙөлә.

Был “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: