Иҡтисад
18 Августа 2022, 03:10

Сәнәғәтте үҫтереүгә 62 миллион һум аҡса бүленә

Башҡортостан  Рәсәй федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының  киләһе йылдағы  берҙәм субсидияһын алыусы  59 төбәк араһына инде. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Сәнәғәтте үҫтереү программаларын берлектә финанслауға федераль министрлыҡ төбәктәргә бөтәһе 3,3 миллиард һум аҡса йүнәлтә, шуның 62 миллион һумын республика аласаҡ.

    Был аҡса предприятиеларға яңы ҡорамалдар һатып алыуға, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Бындай ярҙам сәнәғәт тауары етештереүселәргә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға булышлыҡ итәсәк.

Сәнәғәтте үҫтереүгә иң күп федераль аҡсаны Сыуашстан (142,4 миллион), Ставрополь крайы (142,3 миллион) һәм Коми республикаһы (133 миллион һум) аласаҡ. Финанслау төбәктәрҙең был өлкәне үҫтереү буйынса дәүләт программаһы булғанда ғына бүленә. Федераль министрлыҡтың  ҡағиҙәһе буйынса, проектта ҡатнашыусы төбәктәрҙең  сәнәғәт предприятиелары  инвестиция  күләмен арттырыуы тәү шарт  булып  тора. Ошондай берҙәм төбәк субсидияһын  компаниялар техник тоташтырыуға, лизинг килешеүен төҙөгәндә беренсе иғәнә йәки аванс түләүгә тотона ала. Бынан тыш аҡсаны ҡорамал һатып алыуға киткән сығымдарҙы  компенсациялауға йүнәлтергә мөмкин.

      Башҡортостан икенсе йыл рәттән федераль министрлыҡтың  сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингында алдынғы рәттә килә. Республикала  2022 йылдың тәүге ярты йылында сәнәғәт етештереү индексы уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 105,1 процент тәшкил иткән. Йәйҙең тәүге айында республикала сәнәғәт етештереүе 2021 йылдың июненә ҡарата 0,2 процентҡа артҡан. Үҫеш темптары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында алтынсы урынды биләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас