Пляж зоналарын һәм милли туристик маршруттарҙы булдырыуға һәм үҫтереүгә 44 төбәккә 3,1 миллиард һум бүленә. Башҡортостанға был аҡсанан 148,9 миллион һум бүленәсәк.
Ун төбәк араһында кемпингтар һәм автокемпингтар булдырыуға 700 миллион һум бүленә. Башҡортостан ошо йүнәлеш буйынса 81,8 миллион һум аласаҡ.
Өсөнсө йүнәлешкә, атап әйткәндә, туристик ҡорамалдар һатып алыуға, электрон белешмәләр булдырыуға, инвалидтар өсөн туристик мөхитте үҫтереүгә, мәғлүмәт үҙәктәренә һәм прокат пункттарына ҡорамалдар һатып алыуға, яңы маршруттар әҙерләү өсөн 21 төбәккә 1,55 миллиард һум аҡса ҡаралған, шул иҫәптән Башҡортостанға 104,8 миллион һум аҡса бүленә.
2022 йылдың яҙынан Туризм буйынса федераль агентлыҡтың өс яңы грант программаһы эшләй башланы. Беренсе конкурс барышында төбәктәргә бюджет-ара трансферттар рәүешендә 3,5 миллиард һум аҡса бирелгән. Ил төбәге властары, үҙ сиратында, компаниялар һәм эшҡыуарҙар араһында алған аҡсаны бүлеү буйынса төбәк конкурстары үткәрергә тейеш. Был конкурстарҙа еңеүселәр йыл аҙағына тиклем проекттарын бойомға ашырыуҙары мотлаҡ. Һәр төбәк федераль субсидияның дөйөм суммаһының 7 процентынан артыҡ дәғүә итә алмай. Төбәктәрҙә грант алған инвесторҙар 30 проценттанда кәм булмаған үҙ аҡсаһын һалырға тейештәр.
«Һис шикһеҙ, был сара бик урынлы. Беренсе ҡарашҡа, аҡса етмәй һәм бөтә тәҡдим ителгән проекттарҙың йыл аҙағына тиклем нисек төҙөләсәге аңлашылмай. Әммә Башҡортостанда яҡшы нигеҙ бар. Төбәк Хөкүмәте туризм өлкәһендәге эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Яҡшы проекттар һәм мөмкинлектәр бар. Шуға күрә республика эшҡыуарҙары үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн гранттарҙы тулыһынса файҙалана алыр тип ышанам», - ти дөйөм милли ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы союзы президенты Алексей Волков.
Август башында Туризм буйынса федераль агентлығы уҙғарған туристик үҙәктәр ойоштороу проекттарының беренсе конкурсында Өфө еңеүсе ҡалалар иҫәбенә ингәйне. Республиканың баш ҡалаһы 215 миллион һум күләмендә субсидия аласаҡ. Илдең 24 төбәгендә бөтәһе 31 проектҡа ярҙам бүленә, ошо маҡсатҡа 6 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Бынан алда Башҡортостанда агротуризм өлкәһендәге башланғыстарға булышлыҡ итеү өсөн үҙ грантын булдырғайны. Унда ҡатнашыусы ауыл ялы ойоштороу өсөн инфраструктура булдырыусы компаниялар һәм эшҡыуарҙар 3-тән 10 миллион һумға тиклем субсидиялар алыуға иҫәп тота ала.