Иҡтисад
1 Сентября 2022, 10:13

Сәнәғәт туризмы үҫәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Сәнәғәт сәғәте»нең күсмә ултырышында республиканың Сәнәғәт һәм туризм министрлығына төбәктә сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм уларҙы сәнәғәт мираҫы темаһы менән бәйләргә ҡушты. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, индустриаль мираҫты һаҡлау темаһы 2 августа Мәләүез районында үткән Рус география йәмғиәтенең  төбәк бүлексәһенең күсмә ултырышында тикшерелде. «Беҙ был эште Воскресенск ауылында башланыҡ та инде, ул Белорет районының Тирлән ауылында һәм Ғафури районының Красноусол ауылында дауам иттереләсәк. Мәғариф һәм фән министрлығына уҡыусылар өсөн программа әҙерләргә ҡушам, улар республиканың сәнәғәт предприятиеларында экскурсиялар ойоштороу, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышыу мөмкинлеген бирәсәк. Һәйбәт һәм перспективалы идея», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Сәнәғәт туризмын үҫтерә башлаған Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов һүҙҙәренсә, был йүнәлеш предприятиеның уңыштарын күрһәтергә мөмкинлек бирә. «Сәнәғәт туризмы, беренсенән, - төрлө төбәктәрҙең предприятиелары араһында кооперация мөмкинлеге бирә, икенсенән, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү һәм студенттарға ҡала предприятиеларында практика үтеү мәмкинлеге бар. Беҙ мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн ҡыҙыҡлы 30-ҙан ашыу экскурсия ойошторҙоҡ», - тине Голов. Сәнәғәт туризмын үҫтереү предприятиелар  өсөн  яңы кадрҙар йәлеп итеү мөмкинлеге булып тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас