+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Сентябрь 2022, 15:50

Федераль форум уҙасаҡ

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты милли проектында ҡатнашыусыларҙан тәҡдимдәр ҡабул итеү 20 сентябргә оҙайтылды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Федераль форум уҙасаҡ
Федераль форум уҙасаҡ

Быйыл “Етештереүсәнлек 360” IV федераль форумы Сочи ҡалаһында 14 октябрҙә үтә. Унда республикабыҙҙан Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығынан вәкилдәр ҡатнаша.

– Беҙҙең өсөн был бик мөһим форум, сөнки Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов. – Бөгөнгә беҙҙә 140 предприятие һаҡсыл производство принциптары яҡлы. Ошо көндәрҙә сираттағы компанияның (ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереү) программаға инеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуы көтөлә.

Быйыл “Етештереүсәнлек 360”  IV федераль форумы дүрт йүнәлештә эшләйәсәк. Бизнес, төбәк үҫеше, социаль практика һәм партнер проекттары шуға асыҡ миҫал.

Автор:
Читайте нас: