+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Сентябрь 2022, 17:47

Өфөлә халыҡ-ара «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы үтә

Баш ҡалала 18 сентябрҙән 22-нә тиклем тәүге тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы утә.

Өфөлә халыҡ-ара «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы үтә
Өфөлә халыҡ-ара «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы үтә

    Сара «Киләсәк төҙөлөшө» паркы биләмәһендә уҙа. Конгресты Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығы һәм Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойоштора. Әйткәндәй, «Транспорт һәм төҙөлөш» беренсе Халыҡ-ара конгресының партнеры булып Беларусь Республикаһы сығыш яһай. Конгресс эшендә ҡатнашасаҡ рәсми делегацияны Белоруссия Хөкүмәте Премьер-министры Роман Головченко етәкләйәсәк.

     Сарала ҡатнашыуға Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Рәсәйҙең транспорт министры Виталий Савельев, Федерация Советының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты рәйесе Андрей Клишас, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, «Рәсәй автомобиль юлдары» ассоциацияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко һәм башҡалар саҡырылған. Шулай уҡ Ҡаҙағыстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Иран вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.

     Махсуслаштырылған сара сиктәрендә алдынғы девелоперҙар, эксперттар, төҙөлөш материалдары етештереүселәр, финанс секторы, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең юл-транспорт тармағы компаниялары вәкилдәре инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе өсөн ҡулай шарттар булдырыу, төбәк-ара һәм тармаҡ-ара бәйләнештәр мәсьәләләрен тикшерәсәк. Бер нисә көн дауамында сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай эшлекле программа - гранд - сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу көтә. Конгрестың көн тәртибендә - һанлаштырыу, үҫеш, импортты алмаштырыу, шулай уҡ яңы технологиялар ҡулланыу, көрсөккә ҡаршы саралар һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ.

    Асыҡ майҙансыҡта «КАМАЗ», «МАЗ», «Амкадор», «Дортрансстрой», «Минск трактор заводы», «Башкиравтодор», «Башавтотранс», «Уралмаш», «Акрос РБ» компанияларының махсус техникаһы күрһәтеләсәк.

Шулай уҡ тәүге тапҡыр «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла. Еңеүселәрҙе ике категорияла билдәләйәсәктәр. Конгресс  Нефтекама ҡалаһында «Нефаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 45 йыллығы уңайынан үткәрелгән байрам саралары менән тамамланасаҡ.

Автор:
Читайте нас: