+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Сентябрь 2022, 12:19

Авиакомпанияның маршруттары арта

Алыҫ Көнсығыш «Аврора» авиакомпанияһының маршруттар һаны алдағы өс йылда 390-дан 530-ға тиклем артасаҡ, тип хәбәр итте Рәсәй Президенты Владимир Путин Көнсығыш иҡтисади форумының пленар ултырышында. #ВладимирПутин

Авиакомпанияның маршруттары арта
Авиакомпанияның маршруттары арта

Президент һүҙҙәренсә, Рәсәйҙең авиаташыуҙар тармағын «системалы заманса ҡоралландырыу» көтә. «Илебеҙ авиакомпаниялары үҙебеҙҙә етештерелгән 500 магистраль самолетҡа заказдар пакетын әҙерләне», - тип өҫтәне Путин.

       2021 йылда Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса «Аврора» берҙәм Алыҫ Көнсығыш авиакомпанияһы ойошторола. Уға  2013 йылдан эшләп килгән  «Аврора» авиакомпанияһынан тыш  тағы биш һауа пассажирҙарын ташыусыһы  «Яҡут», «Поляр авиалиниялары», Камчатка авиация предприятиеһы, «Хабаровск авиалиниялары» һәм «ЧукоткаАВИА» инә. Бындай берләштерелгән   авиакомпания булдырыу  Алыҫ Көнсығышта йәшәгәндәргә  макротөбәк эсендә иркен хәрәкәт итә алһын өсөн эшләнәлә инде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: