Иҡтисад
8 Сентября 2022, 10:49

Башҡортостан эшкәртелгән ағас экспортын арттырған

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы экспортҡа тәғәйенләнгән 79,5 мең кубометрҙан ашыу ағас-юнысҡы плитәләрен (ОСП, ДСП) сертификациялаған. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Йыл башынан алып Башҡортостандың иң эре ағас эшкәртеүсе предприятиелары Ҡытайға һәм Монголияға 79,5 мең кубометр ДСП һәм ОСП плиталарын оҙатҡан. Экспорт өлгөләре «ВНИИЗЖ» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында лаборатор тикшереү үткән. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса бөтә продукция импортер илдәрҙең карантин фитосанитар талаптарына яуап биреүе асыҡланды. Ағас плиталар сит ил контрагенттарына 37 контейнер поезында оҙатылған.

       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты буйынса, йыл һайын сеймал булмаған секторҙан экспорт дөйөм өлөштөң 20 процентын тәшкил итерғә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас