+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Сентябрь 2022, 11:24

Башҡортостан ҡаҙаныштары күрһәтелә

18-22 сентябрҙә республикала «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы уҙа.

Башҡортостан ҡаҙаныштары күрһәтелә
Башҡортостан ҡаҙаныштары күрһәтелә

Бындай кимәлдәге конгресс республикала тәүгә тапҡыр үткәрелә, тип билдәләне БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

      Форумда меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә, 30-ға яҡын профилле секцияның пленар ултырыштары уҙғарыла, яҡынса 10 миллиард һумдан ашыу 10-ға яҡын килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. «Эшлекле форумда беҙҙең төбәктең төп инвестиция һәм сауҙа партнерҙарының береһе - Беларусия Республикаһы айырым урын биләй. Башҡортостанға Белоруссиянан республика Премьер-министры Роман Головченко етәкселегендә 35 кешенән торған делегация килә, - тип билдәләне Маргарита Болычева. - Делегация составында министрлыҡтар һәм ҙур предприятиелар етәкселәре бар. Роман Головченконың сәфәре барышында «МАЗ» дилер үҙәген асыу һәм Белоруссияның «Амкодор» компанияһының инвестиция проекты буйынса  төҙөүлөүсе объектына старт биреләсәк.

     Халыҡ-ара форумда башҡа дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлеккә лә иғтибар буласаҡ. Хәҙер Төркиә менән иҡтисади мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Төркиәне был форумда архитектура бюроһы, төҙөлөш компаниялары, люстра етештереүсе иң ҙур компания күрһәтәсәк. Шулай уҡ Үзбәкстандан  ҙур делегацияһы килеүе көтөлә.

     Сара 18 сентябрҙә «Өфө - Арена» майҙансығында йөк машиналары водителдәре конкурсы менән асыла. 19, 20 һәм 21 сентябрҙә күргәҙмәләр майҙансығы эшләйәсәк.

Автор:
Читайте нас: