+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Сентябрь 2022, 18:10

Форумдан ниҙәр көтәбеҙ?

Транспорт һәм төҙөлөш хаҡында...

Форумдан ниҙәр көтәбеҙ?
Форумдан ниҙәр көтәбеҙ?

18 – 22 сентябрҙә Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” тип аталған Беренсе Халыҡ-ара конгресс үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының эске иҡтисади бәйләнештәр буйынса министры Маргарита Болычева республикабыҙ үҙен был йүнәлештәрҙә төрлө яҡтан күрһәтәсәген белдерҙе.

Конгресс 18 сентябрҙә йөк машинаһы водителдәренең конкурсы менән асыласаҡ. Артабанғы көндәрҙә бай күргәҙмәләр эшләйәсәк.

Форум ике өлөшкә бүленеп эшләй. Тәүгеһе – эшлекле, унда сайт аша теркәлеп инергә була. Икенсеһе – күргәҙмәләр. Уны һәр кем ҡарай ала. Күргәҙмәгә беҙ хәҙер осратмаған ретроавтомобилдәр ҡуйыласаҡ.

Форум сиктәрендә 10 миллиард һумдан ашыулыҡ ун килешеү төҙөргә уйлайҙар. Төҙөлөш йүнәлешендә лә яңылыҡтар көтөлә.

Автор:
Читайте нас: