+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Сентябрь 2022, 15:26

Конгресҡа әҙерлек бара

   18 – 21 сентябрҙә үтәсәк “Транспорт һәм төҙөлөш” конгресының программаһы ике өлөштән тора.

Конгресҡа әҙерлек бара
Конгресҡа әҙерлек бара

Тәүгеһе,  һөнәри бүлек буйынса  конгрестың сайтында теркәлергә кәрәк булһа, икенсеһе, күргәҙмә бүлек, унда һәр теләгән кеше саҡырыла.

       «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы күргәҙмәһендә 100-ҙән ашыу уникаль коммуналь һәм юл техникаһы берәмеге күрһәтеләсәк һәм 80-гә яҡын ретро-автомобиль күргәҙмәһе  экспозицияһы эшләйәсәк, хатта асфальт заводын күрһәтәсәктәр.    

       Башҡортостан Республикаһының эре төҙөүсе компаниялары сарала үҙҙәренең күсемһеҙ милек проекттарын тәҡдим итәсәк һәм шунда уҡ торлаҡ төҙөүселәрҙән консультация алырға, махсус ташламалы хаҡтар буйынса фатир һатып алыуға килешеүҙәр төҙөргә мөмкин буласаҡ. Төҙөүселәр тап ошо көндәрҙә торлаҡ һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн  ошондай акциялар үткәрә лә инде.

Автор:
Читайте нас: