+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Сентябрь 2022, 14:30

Иҡтисади яҡтан файҙалы килешеүҙәр төҙөлә

Санкт-Петербургта 16 сентябргә тиклем барған халыҡ-ара газ форумында Башҡортостандан  ҙур делегация ҡатнаша.

Иҡтисади яҡтан файҙалы килешеүҙәр төҙөлә
Иҡтисади яҡтан файҙалы килешеүҙәр төҙөлә

Республика Хөкүмәте менән «Газпром» ПАО-һы араһында иҡтисади һәм фәнни-техник йәһәттән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлөү планлаштырыла. Килешеүгә ярашлы юғары һөҙөмтәле проекттар бойомға ашырыласаҡ. Атап әйткәндә, был ауылдарға газ үткәреү һәм догазификация программаларын тормошҡа ашырыу һәм был эштә граждандаорҙың айырым категорияларына ярҙам шарттарын билдәләү беренсел бурысыбыҙ булып тора. Документ шулай уҡ төбәктең сәнәғәт потенциалын үҫтереүҙе лә, йәғни тәбиғи газды эшкәртеү, квалификациялы белгестәр әҙерләү, социаль программаларҙы индереү һәм башҡа мәсьәләлрҙе хәл итеүҙе  күҙ уңында тота, – тип һөйләй БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Фото:dprom.online.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: