+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Сентябрь 2022, 12:55

“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында иң ҙур төҙөлөш предприятиелары ҡатнашасаҡ

19, 20 һәм 21 сентябрҙә Өфөлә үтәсәк“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында  1000-дән ашыу ҡатнашыусы көтөлә, утыҙҙан ашыу профиль секциялары ултырыштары үтәсәк, яҡынса 10 миллиард һум суммаға килешеүҙәр төҙөү планлаштырыла.

“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында  иң ҙур төҙөлөш предприятиелары ҡатнашасаҡ
“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресында иң ҙур төҙөлөш предприятиелары ҡатнашасаҡ

 

Башҡортостан Республикаһының төҙөүселәр ассоциацияһы линияһы буйынса форумда Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән һәм Рәсәй төбәктәренән  ошондай ассоциациялар вәкилдәре саммиты ҡатнашыуы көтөлә, – тип һөйләй Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

 Сарала Рәсәй төҙөлөш министрлығы, ил Хөкүмәте, рсепублика хөкүмәте вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.

 Иң ҙур төҙөлөш ойошмалары вәкилдәре хәҙерге заманда күсемһеҙ милек баҙарының үҫеш стратегияһы, күп ҡатлы төҙөлөштәге үҙгәрештәр, күсемһеҙ милек баҙарын көйләү буйынса закондағы үҙгәрештәрҙе һәм ярҙам сараларын тикшерәсәк.

 Саммитта ҡатнашыусылар шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө күләмен кәметмәү, торлаҡ объекттарының сифатын күтәреү һәим уларҙың халыҡ өсөн һатып алырлыҡ булыуы мәсьәләләрен дә урап үтмәйәсәк.

Сарала  Башҡортостандың төҙөлөш компанияларынан – Первый Трест, Жилстройинвест, ТАЛАН, Третий Трест, ПСК-6, СтройФедерация, “Садовое кольцо”компаниялар төркөмө һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: