-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Сентябрь 2022, 15:30

Иң яҡшылар иҫәбендә

Бөтә Рәсәй «Йыл экспортсыһы»  конкурсына Волга буйы федераль округы буйынса йомғаҡ яһалды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Иң яҡшылар иҫәбендә
Иң яҡшылар иҫәбендә

Еңеүселәр иҫәбендә Башҡортостандан өс предприятие бар. Телетапшырыуҙар һәм машиналар эшләү өлкәһендә эшләүсе ике бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле, шулай уҡ бер ҙур сәнәғәт предприятиеһы еңеүсе булды. Мәҫәлән, «Уфанет»ҡа ингән «Ирида» компанияһы «Хеҙмәтләндереүҙәр өлкәһендә йыл экспортеры» номинацияһында икенсе урын алды. Ул контент һәм телеком өсөн ҡорамалдар экспортлауға махсуслашҡан. Әйткәндәй, «Уфанет» компанияһы төркөмөнә ҡараған 4-се телеканал Рәсәйҙә беренсе булып хәләл-сертификатын  алды.

       «Яуаплы экспортер ESG» номинацияһында «Көньяҡ Урал үлсәүҙәр заводы» икенсе урын алды. Ул илдә, шул иҫәптән автомобиль һәм тимер юл транспорты өсөн дә, үлсәүҙәр етештерә.

      «Башҡортостан сода компанияһы» эре бизнес иҫәбендә «Яуаплы экспортер ESG » номинацияһында тағы ла бер икенсе урынды алыуға өлгәште.

    Шуныһы мөһим, былтыр республика бюджетынан экспорт эшмәкәрлегенә ярҙам итеү өсөн бөтәһе 130 миллион һум бүленгән, шул уҡ ваҡытта ярҙам өлөшө тейгән экспорт күләме өс миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: