+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Сентябрь 2022, 10:45

“Газпром” менән килешеүҙәр төҙөлдө

Санкт-Петербургта барған халыҡ-ара газ форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Газпром” ПАО-һы араһында иҡтисади һәм фәнни-техник йәһәттән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

“Газпром” менән килешеүҙәр төҙөлдө
“Газпром” менән килешеүҙәр төҙөлдө

Санкт-Петербургта барған халыҡ-ара газ форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “Газпром” ПАО-һы араһында иҡтисади һәм фәнни-техник йәһәттән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдөКилешеүгә ярашлы юғары һөҙөмтәле проекттар бойомға ашырыласаҡ. Атап әйткәндә, был ауылдарға газ үткәреү һәм догазификация программаларын тормошҡа ашырыу һәм был эштә граждандарҙың айырым категорияларына ярҙам шарттарын билдәләү беренсел бурыс. Документ шулай уҡ төбәктең сәнәғәт потенциалын үҫтереүҙе лә, йәғни тәбиғи газды эшкәртеү, квалификациялы белгестәр әҙерләү, социаль программаларҙы индереү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе  күҙ уңында тота.

Яңы килешеү 2003 йылда төҙөлгән килешеүҙе алмаштыра. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда етештерелгән 227 төр тауар "Газпром"дың Берҙәм материаль-техник ресурстары реестрына индререлгән. Республикабыҙҙың 23 предприятиеһы "Газпром" менән үҙ-ара хужалыҡ бәйләнештәре нигеҙендә эшләй.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: