+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 18:00

Халыҡтар дуҫлығы урамы асылды

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы сиктәрендә «Конгресс» паркында «Халыҡтар дуҫлығы урамы» исемле павильон эшләй. Бында форум ҡунаҡтары Башҡортостан халыҡтарының һәм форумда ҡатнашыусы халыҡтарҙың этник ихаталары менән таныша аласаҡ. Атап әйткәндә, рус, башҡорт һәм татар ихаталарынан тыш, белорус, үзбәк, ҡаҙаҡ һәм төрөк ихаталарын күрергә мөмкин.

Халыҡтар дуҫлығы урамы асылды
Халыҡтар дуҫлығы урамы асылды

Өфөлә «Алға китеш» күргәҙмәһендә Халыҡтар дуҫлығы урамы асылды

«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы сиктәрендә «Конгресс» паркында «Халыҡтар дуҫлығы урамы» исемле павильон эшләй. Бында форум ҡунаҡтары Башҡортостан халыҡтарының һәм форумда ҡатнашыусы халыҡтарҙың этник ихаталары менән таныша аласаҡ. Атап әйткәндә, рус, башҡорт һәм татар ихаталарынан тыш, белорус, үзбәк, ҡаҙаҡ һәм төрөк ихаталарын күрергә мөмкин.

- Халыҡтар дуҫлығы урамы үҙәгендә башҡорт атына арналған арт-объекттар бар. Мәҫәлән, бында аттарҙы нисек ҡулға өйрәтеүҙәре хаҡында мәғлүмәт алырға була. Был 5-6 мең йыл элек хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә булған. Әйткәндәй, донъялағы беренсе арба Көньяҡ Урал биләмәһендә, дөрөҫөрәге, Сибайҙан яҡынса 70 километр алыҫлыҡта, ҡаҙылған, - тип аңлата Башҡортостан Республикаһы туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев.

«Халыҡтар дуҫлығы урамы» павильонына килеүселәр Башҡортостан халыҡтары тормошонан ҡыҙыҡлы факттар менән таныша, шулай уҡ сувенирҙар, бал, халыҡ художество кәсептәре әйберҙәрен һатып ала аласаҡ. Бынан тыш, бында милли аш-һыуҙан ауыҙ итергә мөмкин. Күргәҙмә 20-23 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-се яртыға тиклем эшләй. Инеү бушлай.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: