+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Сентябрь 2022, 17:20

Татарстандың «йөйһөҙ логистикаһы» тикшерелде

Өфөлә «Төҙөлөш һәм транспорт» халыҡ-ара конгресы сиктәрендә федераль трассаларҙың береһе булараҡ төбәк юлдарын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

Татарстандың «йөйһөҙ логистикаһы» тикшерелде
Татарстандың «йөйһөҙ логистикаһы» тикшерелде

Пленар ултырышта төбәктәрҙең профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, тармаҡ предприятиелары, инженер һәм проект-конструктор ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Татарстан Республикаһының транспорт селтәрен үҫтереү перспективалары тураһында төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Фәрит Хәнифов һөйләне. - Беҙҙә Рәсәй терәк юлдар селтәре бар, ул Татарстанда дөйөм оҙонлоҡтан 15 процент самаһы тәшкил итә. Беҙ үҙебеҙҙең төбәк селтәрен үҫтерергә ниәтләйбеҙ, ул республиканың барлыҡ район үҙәктәрен тоташтырырға тейеш. Бындай юлдар яҙғы юл өҙөклөгө бер ниндәй ҙә транспорт йөрөтөүгә ҡамасауламаһын өсөн күсәргә 11,5 тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрергә тейеш. Шул саҡта беҙ йөйһөҙ логистика проектын тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фәрит Хәнифов.

Урындағы әһәмиәттәге, бишенсе категориялы юлдарға килгәндә иһә, бында Татарстанда 4-5 төп параметр һалынған махсус ярымавтоматик программа әҙерләү юлы буйлап барҙылар. Һөҙөмтәлә киләсәккә программа әҙерләнде. Был мәсьәләне хәл итеү муниципаль власть кимәленә тапшырылды: нәҡ улар тәү сиратта ниндәй юлдар һалырға йәки ремонтларға кәрәклеген билдәләй.

- Бындай юлдар төҙөлөшөнә 24 йылға гарантия һалмайбыҙ, бында капиталь ремонтҡа тиклем 10 йыл ваҡыт булырға мөмкин тип иҫәпләйбеҙ. Һөҙөмтәлә урындағы бындай трассаларҙың хаҡы бер саҡрым өсөн яҡынса 10 миллион һум тәшкил итәсәк, - тип һөйләне Татарстан министры.

Урындағы юлдар селтәрен үҫтереү буйынса бындай программалар Башҡортостанда ла бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Фәрит Хәнифов. Шуға күрә тәжрибә уртаҡлашыу, иң яҡшы ҡарарҙар табыу мөһим. Бер үк ваҡытта ике төбәкте тоташтырған Ыҡ йылғаһы аша күперҙәр төҙөү проблемаһын тикшерергә кәрәк. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар үҙ аллы юл-төҙөлөш техникаһы проблемаһын ҡуҙғатты. Күрше республикаларҙа, шул иҫәптән белорус коллегалары ҡатнашлығында уны етештереү буйынса перспективалар бар. Төбәктәрҙең комплектлаусы изделиелар етештереүҙә лә етди перспективалары бар, ҡайһы берҙә улар алыҫ сит илдәрҙән ҡайтарыла, тип иҫкә төшөрҙө Фәрит Хәнифов. Башҡортостан менән Татарстандың етештереү ҡеүәте был мәсьәләне лә хәл итергә мөмкинлек бирә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: