+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Сентябрь 2022, 14:05

Халыҡ кәсептәренә иғтибар арта

Субсидия аҡсаһы тейешле һөнәрселек әйберҙәре етештереү өсөн кәрәкле ҡорамалдар, сеймал, сығым материалдары алыуға йүнәлтелә.

Халыҡ кәсептәренә иғтибар арта
Халыҡ кәсептәренә иғтибар арта

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йыл аҙағына тиклем художество кәсептәренә ярҙам итеүгә ун миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.

"Был аҡса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм үҙмәшғүл граждандарға халыҡ художество кәсептәре өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә субсидия биреүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ был Башҡортостан халыҡтарының художество кәсептәре үҙәге эшмәкәрлеген финанс йәһәттән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота", - тине Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.

Субсидия аҡсаһы тейешле һөнәрселек әйберҙәре етештереү өсөн кәрәкле ҡорамалдар, сеймал, сығым материалдары алыуға йүнәлтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта ярҙам алыусыға етештереү, һатыу күләмен арттырыу мөһим.

Башҡортостан халыҡтары художество кәсептәре үҙәге 2022 йыл аҙағына тиклем республикала бер нисә күргәҙмә һәм һөнәрселек фестивалдәре уҙғарыуҙы планлаштыра. Шулай уҡ халыҡ художество кәсептәре продукцияһын һатыу өсөн махсус сайт булдырыу күҙ уңында тотола.

Автор:
Читайте нас: