+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь 2022, 17:10

Уңайлыҡтар тыуҙырыла

"Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы сиктәрендә “Юл буйы сервисы: хеҙмәтләндереүҙән уңайлы сервисҡа табан” исемле секция уҙғарылды.

Уңайлыҡтар тыуҙырыла
Уңайлыҡтар тыуҙырыла

Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы сиктәрендә “Юл буйы сервисы: хеҙмәтләндереүҙән уңайлы сервисҡа табан” исемле секция уҙғарылды.

Был тема федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәрен Беларусь Республикаһы белгестәре, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, инвесторҙар һәм блогерҙарҙы бер өҫтәл артына йыйҙы. Ойоштороусыһы – Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы.

“Башҡортостан аша бер юлы өс федераль трасса уҙа, бындай төбәктәр Рәсәйҙә күп түгел. Һуңғы ике йылда беҙҙә эске туризм йылдам үҫешә. Бында беҙҙең, ҡунаҡсыл төбәк булараҡ, бурысыбыҙ үҙебеҙҙә йәшәгәндәрҙе генә түгел, республика аша үтеп барғандарҙы ла мөмкин тиклем уңайлылыҡ һәм сервис менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала”, – тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Алексей Гусев.

Башҡортостанда Юл буйы сервисын үҫтереүҙең  2024 йылға тиклемге концепцияһы эшләнгән. Бөгөнгә 10 миллиард һумлыҡ 80 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был проекттарҙы бюойомға ашырыу “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын ашырыуға лабулышлыҡ итә.

Секция ултырышында Федераль юл агентлығының (Росавтодор) Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы етәксеһе Александр Соколовский хеҙмәтләндереү кимәле юғары булған заманса күп функциялы юл буйы комплекстары булдырыу өсөн тейешле шарттар тураһында һөйләне.

 

Фото:  БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: