+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Сентябрь 2022, 17:50

Йыйын эшлекле һәм һөҙөмтәле булды

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәйҙең Транспорт һәм Төҙөлөш министрлыҡтары менән берлектә ойошторған “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы эшен тамамланы

Йыйын эшлекле һәм һөҙөмтәле булды
Йыйын эшлекле һәм һөҙөмтәле булды

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәйҙең Транспорт һәм Төҙөлөш министрлыҡтары менән берлектә ойошторған “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы эшен тамамланы.

“Беҙҙең программа бик эшлекле һәм әйҙәүсе девелоперҙар, эксперттар, төҙөлөш материалдары етештереүселәр, банк һәм финанс секторҙары белгестәре, Рәсәйҙең һәм дуҫ илдәрҙең юл-транспорт компаниялары  өсөн йөкмәткеле булды. Конгресс майҙансығында инвестиция эшәмәкәрлеген һәм төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу тураһында фекер алыштыҡ. Шулай уҡ һанлаштырыу, импортты алмаштырыу, яңы технологиялар ҡулланыу һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам да иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ике көн эсендә 24 секция һәм пленар ултырыш үткәрелде, уларҙа Беларусь делегацияһы ла ҡатнашты. Ун бер төҙөлөш һәм транспорт компетенцияһы буйынса ярыштар уҙғарылды. Уларҙа 80 конкурсант ҡатнашты. Конгреста Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән һәм Ирандан беҙҙең партнерҙар һәм дуҫтар ҙа булды. Сара барышында 11 килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров конгресты ябыу тантанаһында.

Премьер-министр  әйтеүенсә, был йыйынға биш мең кеше килгән. Эшлекле программала 2 700 делегат ҡатнашҡан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: