

Дауыт ауылының Еңеүҙең 60 йыллығы урамы юлына республика адреслы инвестииция программаһы сиктәрендә асфальт һалыу эштәре бара. Бөтәһе 1,7 саҡрым арауыҡҡа асфальт ике ҡат түшәләсәк. Әле юл полотноһын әҙерләү өсөн карьерҙан таш сығарып түшәлгән, уның өҫтөнән Ишкилде карьерынан килтерелгән фракцияланған ҡырсын түшәлә.
Юлсылар Дауыт урамына асфальтты октябрь башына теүәлләргә ниәтләйҙәр.
Был эәштәр “Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар” милли проекты үтәлешенә булышлыҡ итә.