Тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә 85 проценты - экспортҡа, 15 проценты импортҡа тура килә. Ете айҙа сит илгә тауар оҙатыу күләме 28 процентҡа артҡан, ә республикаға тауар индереү күләме 7,1 процентҡа кәмегән.
Төркиә менән тышҡы сауҙа күләме һиҙелерлек артҡан - 60,6 процент, Иран менән – 58 процент һәм ҡытайҙар менән 16,1 процент. Үзбәкстан менән сауҙа - 6,9 процентҡа, Ҡаҙағстан менән 4,7 процентҡа артҡан. Беларусия менән сауҙа әйләнеше 4,4 процентҡа кәмегән. Был союздаш дәүләткә Башҡортостан нефтен һәм нефть продукттарын ҡуйыу 40 процентҡа ҡыҫҡарыу арҡаһында килеп сыҡҡан.
2021 йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 19% артҡан. Рәсәйҙә тышҡы сауҙа күләме алты айҙа - 23,3%, Волга буйы федераль округында 19,3% артҡан. Шул уҡ ваҡытта республиканан экспорт күләме 25 процентҡа артҡан, импорт 9 процентҡа кәмегән.