БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында предприятиеларҙың махсус хәрби операцияға ярҙам иткәндә киткән сығымдарын иҫәптән сығарыу механизмы эшләү мәсьәләһе ҡаралды.
Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев бюджет, һалымдар һәм инвестициялар сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Рида Собханғоловаға предприятиеға үҙенә кәрәкмәгән махсус кейем һәм ҡорамалдар өсөн сығымдарҙы иҫәптән сығарыуҙы ҡарарға ҡушты һәм ныҡлап уйланған тәҡдимдәр менән һалым органдары һәм министрлыҡтар менән бәйләнешкә инергә ҡушты.
Был “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә эшҡыуарҙырға ярҙам сараһы ла буласаҡ.