Аҡсаны инженерлыҡ программаларын ғәмәлгә индереүгә йәки ошондай производство берекмәһен, мәғлүмәттәр базаһы менән идара итеү системаларын, предприятие ресурстарын планлаштырыуҙы, ҙур мәғлүмәттәр менән эшләү системаларын, робот-техник комплекстарҙы уйлап табыуға тотонорға мөмкин.
Бынан тыш, субсидияларҙы мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм мәғлүмәттәрҙе һаҡлауға, виртуализация һәм гиперковергент системаларын, виртуаль серверҙар индереүгә һәм компьютерҙар һатып алыуға йүнәлтә ала.
Грантҡа дәғүә итеү өсөн компания йәки эшҡыуар бер нисә талапҡа тап килергә тейеш: Башҡортостан биләмәһендә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшмәкәрлек субъекты булып теркәлергә, « Мәғлүмәт технологиялары » йүнәлеше проекты менән «Старт» федераль конкурсы еңеүсеһе булырға тейеш.
Дәғүәселәргә дөйөм талаптарҙан - һалымдар һәм мотлаҡ түләүҙәр буйынса 300 мең һумдан ашыу бурыстың булмауы, сит ил капиталының устав капиталының 50 проценттан ашыу күләмендә булмауы һәм башҡалар бар.