Иҡтисад
10 Ноября 2022, 06:15

Республикала «Йыл эшҡыуары - 2022» конкурсының финал этабы башлана

Ай башынан  «Башҡортостан Республикаһында йыл эшҡыуары» конкурсының йомғаҡлау республика этабында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ғаризалар биреү 12 ноябргә тиклем дауам итә. Конкурстың ҡағиҙәғиҙәләренә  ярашлы, финал турында муниципаль кимәлдә һайлап алыу этабында еңеүселәр ҡатнаша ала.

     Бәйге иң яҡшы эшҡыуарлыҡ тәжрибәләрен һәм ҡаҙаныштарын популярлаштырыуға, Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергән иң уңышлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын асыҡлауға һәм дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

    Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойоштора. Конкурс «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проектын, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

“Конкурс эшҡыуарҙарға үҙҙәрен танытыуҙан тыш, бизнесты артабан үҫтереү өсөн дә этәргес бирә. «Йыл эшҡыуары» уларҙың һәр береһе өсөн үҙ эшен үҫтереү юлында яңы этап буласаҡ”, ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас