Иҡтисад
16 Ноября 2022, 06:30

Микрокредитлауға ихтыяж ҙур

Быйыл 10 айҙайүнселдәргә 292 яңы микрозаем бирелгән. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан микрокредит компанияһы быйыл 10 айҙа эшҡыуарлыҡ субъекттарына 292 яңы микрозаем биргән, былтырғы ошо уҡ осор менә сағыштырғанда 33 процентҡа күберәк. Дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 433 миллион һумдан ашып киткән.

– Хәҙерге иҡтисади шарттарҙа микрокредитлауға ихтыяж ҙур. 1 ноябргә Башҡортостан микрокредит компанияһы республиканың 50 муниципалитетынан ғәмәлдәге 659 заемсыны хеҙмәтләндерә. Микрофинанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән төп клиенттар – сауҙа, шулай уҡ етештереү өлкәһендә эшләгән эшҡыуарлыҡ субъекттары, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әле эшҡыуарлыҡ заемдары буйынса төп йыллыҡ ставка – алты, ә республиканың моноҡалаларындағы йүнселдәр өсөн ни бары 3,75 процент тәшкил итә.

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас