“ПродЭкспо” - Беларусь Республикаһында үткән иң эре күргәҙмәләрҙең береһе. Унда халыҡ-ара кимәлдә аҙыҡ-түлек, эсемлек етештереүселәр, яңы ҡоролмалар һәм башҡа инновациялы технологиялар өҫтөндә эшләүселәр ҡатнаша.
Быйыл ғына ла 100-ҙән ашыу предприятие үҙ тауарын тәҡдим иткән. Сара эске һәм иҡтисад баҙарында сит ил продукцияһын алмаш тәҡдим итә. Башҡортостандан күргәҙмәлә “Экопродукт”, “Аҡтирмән”, “Талҡан”, “Экопрод”, “АгроБазис”, “Башспирт” компанияларының ҡымыҙ, талҡан, ит деликатестары, эсемлектәр тәҡдим ителгән.
Был киләсәктә рсепубликабыҙҙа етештерелгән продукцияның сит илдәрҙә лә үҙ һатып алыусыһын табыуына булышлыҡ итәсәк, шуның менән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының да үтәлешендә ҙур ярҙам.
Фото: Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.